Тапсыҡ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Тапсыҡ


Юнысҡыһымындыр сал диңгеҙҙең,
Өйөрөлтөп тулҡын йөрөтә -
Тынысланыр ятыу таптым тиһәм,
Өҫкә сөйә күпме ер үтә.
Тау бейеклек тулҡын тартып алып
Күтәрә лә бейек-бейеккә,
Тотороҡһоҙ һалҡын кикрегендә
Ыңғайына мине бейетә.
Һәм убыла йәнә һыу аҫтына
Тау тәрәнлек упҡын төбөнә,
Ҡояш нуры үтмәҫ сөңгөлдәргә,
Өмөтһөҙлөк-шайтан өңөнә.
Баттым тиһәм, тулҡын тартып ала,
Мин - дауыллы диңгеҙ тапсығы.
Ятыу бирмәҫ микән диңгеҙ-яҙмыш,
Ятһынырмы тыныс тамсыһы?
Алҡаланып ҡына нурҙа уйнар
Һыу һырына алсы күтәреп
Һис юғында, дауыл,әҙгә генә...

Һағындым да аяҙ күктәрҙе.


2012